|
30.07.2010 12:29 |
Башҡортостан Республикаһының 2010 йылдың ғинуар-май айындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 4,2 миллиард АҠШ доллары тәшкил итте, был республиканың бөтә тышҡы сауҙа тарихында иң юғары биш айлыҡ күрһәткес һәм 2009 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 2,3 тапҡырға артығыраҡ булды. Башҡортостан тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе туҡтауһыҙ үҫтереүен һәм тышҡы сауҙа күләмдәрен арттырыуын дауам итә. Республиканың тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлек географияһы киңәйә. Быйыл республика продукцияһын донъяның 81 иле һатып алды, үҙ сиратында, республика 55 сит ил тауарҙарын һатып алды. Беҙҙә Европа илдәре, АҠШ, Ҡытай, Һиндостан, Төркиә, Япония, ғәрәп донъяһы илдәре һәм башҡа дәүләттәр менән ныҡлы иҡтисади бәйләнештәр юлға һалынды.
|
|
Тулыраҡ...
|
|
|
29.07.2010 17:23 |
23 июлдә Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ф.Ә. Ямалтдинов республиканың башҡарма власы ағзалары һәм урындағы үҙ идаралыҡ ағзалары эшмәкәрлегенең эффектив күрһәткестәре буйынса муниципалитет райондарының һәм ҡала округтарының хәкимиәт башлыҡтары урынбаҫарҙары менән кәңәшмә үткәрҙе. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Ҡарары буйынса дәүләт власы ағзалары һәм урындағы үҙ идаралыҡ ағзалары эштәренең файҙалығы халыҡтың йәшәү кимәлен, хеҙмәт баҙарын һәм халыҡты ижтимағи яҡлауын билдәләгән 16 күрһәткес буйынса баһалана, һәм 62 күрһәткес буйынса - һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә. Ултырыш дауамында һаулыҡ һаҡлау, ижтимағи яҡлау, халыҡтың килеме һәм эш менән тәьмин итеү өлкәләренең күрһәткестәре ҡаралды.
|
|
Тулыраҡ...
|
|
28.07.2010 17:28 |
30 июлдән 1 авгусҡа тиклем Свердловск өлкәһенең Пышма йылғаһы ярында үтәсәк «Знаменка» Бөтә Рәсәй студент отрядтары йырҙары фестивалендә Башҡортостан Республикаһынан да делегация ҡатнашасаҡ. Фестивалде ойоштороусылар — «Рәсәй студент отрядтары» йәштәр ижтимағи ойошмаһы, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ Рәсәй Федерацияһы Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы һәм Свердловск өлкәһе Хөкүмәте ярҙамлығында үткәрә. Өс көн дауамында йәштәр «Знаменка параһы», «Боди-арт», шиғырҙар һәм һүрәттәр конкурстарында һәм спорт ярыштарында ҡатнашасаҡ. Ә иң төп сара — йырҙар конкурсы. Конкурсҡа тәҡдим ителгән йырҙарҙы жюри дүрт критерий буйынса баһалаясаҡ: һүҙҙәр, музыка, аранжировка һәм башҡарыу.
|
|
Тулыраҡ...
|
|
|
29.07.2010 12:43 |
20 июлдә Рәсәй Федерацияһының баш санитар табибы, ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһен тикшереү буйынса Федераль хеҙмәт етәксеһе Г.Г. Онищенко етәкселегендә «Иҫкәртеү прививкаларының милли календары нигеҙендә халыҡты иммунизациялау барышы тураһында» темаһы буйынса селектор кәңәшмә үтте. Был кәңәшмә барышында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге өҫтөнлөклө милли проектты тормошҡа ашырыуҙы башлау менән үҙенсәлекле иҫкәртеү саралары ярҙамында туҡтатыла алған инфекцияларҙың кәмеүе билдәләнде. Әммә, Рәсәй Федерацияһында ҡырағай поливирус барлыҡҡа килтергән ауырыу осраҡтары теркәлгән. Был хәл Тажикстан Республикаһында полиомиелит буйынса эпидемик хәлдең насарайыуы менән бәйле. Башҡортостан Республикаһында полиомиелит менән ауырыуҙар теркәлмәгән, беренсе ярты йыл эсендә бер йәшкә тиклемге 26 мең бала вакцина алған.
|
|
Тулыраҡ...
|
|
27.07.2010 14:32 |
1 июлдән башлап Башҡортостан Республикаһында спортсыларҙың активлығын арттырыу, төбәктә спорт резервын һәм тренер кадрҙарын үҫтереү маҡсатында йыйылма командалар ағзаларына һәм уларҙың тренерҙарына ай һайын Башҡортостан Республикаһы Президенты социаль стипендиялары түләнәсәк. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойроғона ярашлы (№ 819-р, 23 июль 2010 йыл) 1 июлдән Башҡортостан һәм Рәсәй йыйылма командалары составындағы спортсыларға һәм тренерҙарға ай һайын 300 социаль стипендия түләнергә тейеш. |
|
Тулыраҡ...
|
|
|
|
|
<< Беренсе < Быға тиклем булғаны 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Киләһе > Һуңғыһы >>
|
|
Страница 1 из 111 |